

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө ҡалаһындағы “Ыласын” паркында төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды.
Мәғлүм булыуынса, паркта эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә башҡарыла.
“Парк йылдан-йыл уңайлыраҡ була бара. Эш барышында ландшафт үҙенсәлектәре, халыҡтың ихтыяжы һәм финанс мөмкинлектәре иҫәпкә алына. Парктың бөтә периметры буйлап тротуар һәм велосипед юлы һалына. Балалар өсөн уйын һәм волейбол майҙансығы эшләнгән. Диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Киләһе йылда ла төҙөкләндереүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ”, – тине Бөрө ҡалаһы башлығы Виктория Бурдина.
Интернациональ һәм Һәҙиә Дәүләтшина урамдары киҫелешендә урынлашҡан паркты реконструкциялау 2019 йылда башланған. Әйткәндәй, объект тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса һайланған.
Проектта бәләкәй архитектур һындар ҡуйыу, яҡтылыҡ селтәрен яңыртыу, ишек, ҡапҡаларҙы төҙөкләндереү, паркка килгәндәр өсөн туҡталҡа асыу ҡарала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: birsk.bashkortostan.ru/presscenter/news/480106/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/308974