

Күптән түгел Ғафури районының Ташлы ауылында “Ауылда йәшәгәндәргә - уйын, спорт һәм сәләмәтлекте нығытыу!” һәм “Ауылда йәшәгәндәргә - уйын, спорт һәм сәләмәтлекте нығытыу. Дауамы” Президент гранттары конкурсы объекттарын астылар.
Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауылда уйын һәм спорт зоналарынан торған майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Спорт өлөшөндә атлетик комплекс, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары урынлашҡан күп функциялы спорт майҙансығы хасил булды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Майҙансыҡтың уйын өлөшөндә төрлө ҡоролмалар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн өсөн эскәмйәләр урынлашҡан. Өлкән йәштәгеләр ҙә бында ял итә ала.
Икенсе проектҡа ярашлы, бында майҙансыҡты сетка менән уратып алғандар, яҡтыртыу ҙа ойошторолған. Өҫтәмә рәүештә ҡом менән уйнай торған урын бар, скандинав атлауы менән шөғөлләнгәндәргә таяҡтар ҙа һатып алынған. Тормошҡа ашырылған ике проекттың дөйөм суммаһы 1 миллион 629 мең һум тәшкил итә.
Сара ваҡытында “Ташлы” Ташлы ауыл биләмәһенең үҫешенә булышлыҡ итеү фонды директоры Евгения Флячинскаяға, проект партнерҙарына, ауыл һәм район хакимиәттәре вәкилдәренә, проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән вайымһыҙ кешеләргә күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Фото: vk.com/gafury
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Айһылыу Низамова