

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы балалар сәнғәт мәктәбе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, музыка уйын ҡоралдары һәм ҡорамалдары фондын тулыландырҙы. Улар сәнғәт мәктәбенә йөрөгән 800 бала өсөн яңы уҡыу йылына яҡшы бүләк буласаҡ.
Бөрө мәктәбе уҡытыусылары өсөн әле күңелле мәшәҡәттәр осоро. Улар яңы музыка ҡоралдарының – баян, скрипка, гитараларҙың сифатын баһалай.
Музыка ҡоралдарынан тыш, мәктәпкә художество бүлеге өсөн көршәк яһаҡ ҡулсалары, мольберттар, туҡыу, офортлы һәм скульптура станоктары тапшырыла. Тиҙҙән тағы ла фортепиано, аккордеондар һәм интератик панелдәр алып киләләр.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/307107
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/307107