Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 04:35

Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Өлкәндәрҙе үҙәк район дауаханаһы фельдшеры һәм социаль хеҙмәткәр оҙатып йөрөй

Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫӨлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Бөрө районында йәшәүсе өлкән йәштәгеләр мобиль бригадаларҙың ауылдарға килеп, уларҙы туплап медицина учреждениеларына алып барыуы өсөн бик ныҡ рәхмәтле.  Шулай итеп, улар ауырлыҡһыҙ диспансерлаштырыу үтә ала. Өлкәндәрҙе үҙәк район дауаханаһы фельдшеры һәм социаль хеҙмәткәр оҙатып йөрөй. Үткән аҙнала Иҫке Бурны ауылында йәшәгән пенсионерҙар медицина тикшеренеүе үтте.

–Ветерандарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.Телефон аша һөйләшеп торабыҙ, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерәбеҙ, улар өсөн кешеләрсә йылы аралашыу ҙа мөһим, – ти Людмила Анисимова.

“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ поручениеһы 2024 йылға үтәлергә тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Resbash.ru

 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-01/lk-nd-r-yar-am-y-alma-2931275
Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Автор:
Читайте нас