Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Сентябрь 2022, 07:03

Лицензия алыусылар арта

 Элек  медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн лицензия алыуға  45 көн кәрәк булһа, хәҙер ул 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған

Лицензия алыусылар артаЛицензия алыусылар арта
Лицензия алыусылар арта

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда Берҙәм лицензиялар реестрында функциональ диагностика буйынса эшмәкәрлек алып барыуға лицензиялары булған медицина ойошмалары һаны 9,2 процентҡа артҡан. Был профиль буйынса элекке 361 медицина ойошмаһына тағы 37 ойошма өҫтәлде.

– Берҙәм реестрҙағы 398 лицензияның 106-һы дәүләт ойошмаһына ҡарай, 11-е федераль ойошма һәм 281-е шәхси милек хужалары ҡулында, – тине Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Медицина эшмәкәрлеге буйынса оператив рәүештә лицензия алыуға министрлыҡтың лицензия бүлеге белгестәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә өлгәшелгән.  Элек  медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн лицензия алыуға  45 көн кәрәк булһа, хәҙер ул 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 


Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57080

 

Автор:Дина Арсланова
Лицензия алыусылар арта
Лицензия алыусылар арта
Автор:
Читайте нас