Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
29 Август 2022, 09:20

“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”

15 кеше “Ал рауза” ҡунаҡхана-һауыҡтырыу комплексын күреп ҡайтты.  

“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”
“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарына (национальные проекты “Демография” и “Туризм и индустрия гостеприимства”) ярашлы, өлкән быуын өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм» үҙенсәлекле проекты тормошҡа ашырыла.

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә райондан өлкән йәштәге 15 кеше Илеш районының Уяндыҡ ауылындағы “Ал рауза” ҡунаҡхана-һауыҡтырыу комплексын күреп ҡайтты.

Проекттың төп маҡсаты – өлкән быуын өсөн Башҡортостанда туризм мөмкинлектәрен асыу, тәбиғәт объекттары менән танышыу, ғүмерҙе оҙайтыу. Турҙа ҡатнашыусылар тоҙ шахтаһында булды, бассейнда йөҙҙө, "Нуга бест" аппаратында массаж яһатты, тәбиғәт ҡосағында ял итте. Иҫке Ҡырғыҙ ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев музейына экскурсия онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

“Ошондай матур проектта ҡатнашыуыма бик шатмын, уны ойоштороусыларға рәхмәтем сикһеҙ. Бик ҡыҙыҡлы урындарҙы күреп ҡайттыҡ. Беҙҙең быуынға иғтибар иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Өлкәндәрҙе сәйәхәттәрҙән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”, – тине сәфәрҙә ҡатнашҡан Гөлназ Исхаҡова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/306028

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/306028

 

Автор:Лилия Давлетбакова
“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”
“Өлкәндәрҙе сәйәхәттән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам”
Автор:
Читайте нас