

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҡсасылар ширҡәте биләмәһендә урынлашҡан Ағас эшкәртеү комбинаты эргәһендәге күл буйын сүп-сарҙан таҙарттылар. Экологик өмә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Рәсәй һыуы” акцияһына ярашлы уҙғарылды. Был изге эш ҡала хужалығы идаралығы башланғысы менән тормошҡа ашырылды, күлдең яр буйын тәртипкә килтереүҙә Йәмәғәт палатаһы, шулай уҡ “Ҡала көсө”, “Көмөш ирекмәндәр” йәмәғәт ойошмалары ағзалары, ветерандар һәм урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, был һыу ятҡылығы халыҡтың битарафлығынан яфа сигә. Быяла һәм пластик шешәләр, тәмәке төпсөктәре, ҡағыҙ һәм башҡа сүп-сар күл буйын баҫып алған. Шуға күрә акцияла ҡатнашыусыларҙың тоҡсайҙарының тиҙ арала тулыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Күп тә үтмәй күл буйы күренеп үҙгәрҙе, йәмләнеп ҡалды.
Әйткәндәй, урындағы баҡсасылар ширҡәте ағзаларының сүп-сар контейнерҙары ҡуйырға теләмәүе лә хәлде ҡатмарлаштыра, шул сәбәпле күл буйында ла, баҡса урамдарында ла сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә.
Фото: salavat.bashkortostan.ru/presscenter/news/477276/