

Бүздәк районы Сабанай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нигеҙендә барлыҡҡа килде.
Сабанай фельдшер-акушерлыҡ пункты 120-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың унауһы — балалар.
«Ошо фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек бирер тип ышанам. Сабанайҙарға ныҡлы һаулыҡ теләйем, ә беҙ уны һаҡлау өсөн шарттар булдырырға тырыштыҡ», — тип билдәләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев ошо пунктты асыу тантанаһында.
Бүздәк районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Сабанайҙағы элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты авария хәлендә булған. Хәҙер бында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өсөн бөтә тейешле шарттар ҙа бар.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан