

Өфөлә Ҡурсаҡ театрын ремонтлау бара. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.
Башҡортостандың “МногодетОК” күп балалы ғаиләләре берлеге етәксеһе Ирина Сухарева белдереүенсә, объектта эш ҡайнай һәм барыһы ла юғары кимәлдә башҡарыла. Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата реконструкция үткәрелергә тейешле был бинала төҙөүселәрҙең бер нисә бригадаһы эшләй. Тамаша залы 135 урынға киңәйтелә һәм һөҙөмтәлә төп залда 300 кеше ултыра аласаҡ. Тирә-яҡ биләмәне, шул иҫәптән “Әкиәт” скверын төҙөкләндереү ҡарала. Эш республика һәм федераль ҡаҙналар иҫәбенә финанслана.
Башҡортостандың Ҡурсаҡ театры 1976 йылда асылған һәм шул дәүерҙән алып унда капиталь ремонт булғаны юҡ ине.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан