

Өфө - Бөрө - Яңауыл юлында 350-нән ашыу яңы юл тамғаһы ҡуйылды. Ошо юлда авариялар күбәйеү сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ҡушҡайны. Шулай уҡ йыл һайын бында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә айырым урындар төҙөкләндерелә.
“Беҙҙең юлдарҙа авариялылыҡты кәметеү буйынса сараларҙың артыҡ күп булыуы мөмкин түгел! Был йүнәлештә эш әүҙем бара. Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы һәм тармаҡ ойошмалары менән берлектә эш алып барабыҙ”, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Бөгөнгә юлдың Благовещен районына тура килгән өлөшөндә ремонт талап иткән урындар юҡ, бында өҫтәмә юл тамғалары ла ҡуйылған, тауышлы һыҙаттар ҙа һалынған. Бынан тыш Өфө-Бөрө-Яңауыл төбәк әһәмиәтендәге юлында биш өҫтәмә камера ҡуйылған һәм уларҙың һаны хәҙер 20-гә етә.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан