

Республиканың Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Произвоительность труда”) милли проектында ҡатнашыусы «Петон Констракшн» компанияһы «Күбек быялаһы буйынса изоляциялаусы» һөнәре буйынса корпоратив стандартты формалаштырыуҙы тамамланы. Стандарт уҡытыу программаһын төҙөп, компетенциялар моделен һәм персоналды баһалауҙы формалаштырып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
- «Петон Констракшн» предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 2020 йылдың сентябрендә ҡушылды. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн етештереү торошо әүҙем диагностикаланды – был ҡиммәттәрҙе булдырыу ағымының картаһын төҙөргә, проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеү сараларын табырға мөмкинлек бирҙе. Һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу, эшләп сығарылған тауар күләмен арттырыу предприятиела эш хаҡын күтәреүгә булышлыҡ итте. Бынан тыш, 2022 йылда предприятие “Иң яҡшы оҫталыҡ тәжрибәһе” конкурсында ҡатнашып, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә оҫталыҡ” номинацияһында еңеүсе булып танылды”, – тип белдерҙе БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан