

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бүздәктәге предприятие 3-4-се класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу өсөн ҡулайламаны яңыртҡан һәм уны сәнәғәттә ҡулланыуға тапшырырға әҙерләй.
Пиролиз мейесе йылына 3,5 мең тонна ҡалдыҡты юҡ итергә һәләтле. Һүҙ сереү процесына бирешмәгән һәм тирә-яҡ мөхиткә төҙәтелмәҫлек зыян килтергән ҡалдыҡтар – тимер юл шпалдары, шиндар, полимерҙар, резина-туҡыма һәм туҡыма ҡалдыҡтары, медицина һәм биоҡалдыҡтар, майҙар, быраулау һәм нефть шламдары тураһында бара. Был ҡулайлама – бөтә Башҡортостан предприятиеларының сәнәғәт ҡалдыҡтары эшкәртеләсәк тәүге ҡоролма.
– Бындай ҡулайламалар бығаса үҙҙәренең ҡалдыҡтарын утилләштергән эре сәнәғәт предприятиеларында ғына тора ине. Төбәктә халыҡ менән дә, предприятиелар менән дә эшләгән шәхси эшкәртеүселәр юҡ ине. Һәм бына Бүздәктә ошондай производствоны тиҙ арала булдырған йәштәр барлыҡҡа килде. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, консультация ярҙамы күрһәтергә һәм бындай эшмәкәрлек өсөн яраҡлы ярҙам саралары программаһына инергә ярҙам итергә әҙер, – тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Бөтә процестар ҙа кислородһыҙ мөхиттә бара, был атмосфераға бүленеп сығыуға юл ҡуймай, етештереү иһә тулы цикллы булыу иҫәбенә экономиялы һәм ҡалдыҡһыҙ килеп сыға.
– Иртән мейес асылды, беҙ унда 7-12 тонна 3-4-се класлы хәүефлелек ҡалдыҡтарын тейәнек, пиролиз ярҙамында эшләтеп ебәрҙек. Ике сәғәт үтеп, 220 градусҡа тиклем йылынғандан һуң, газы сыға башлай. Бөтә ут сығанаҡтары ла һүндерелә, мейес үҙенең газында эшләй башлай, үҙен үҙе йылыта. Шыйыҡ яғыулыҡ йыйыла, бер өлөшө – пиролиз яғыулығы, бер өлөшө мейескә яғыулыҡ итеп тотонола. Сүп-сарҙан ҡоро углеродлы участка ҡала. Был ҡулайлама хатта ҡом һәм ер менән бергә ҡойолған нефтте лә эшкәртә ала – һөҙөмтәлә ер таҙа булып сығасаҡ, – тип һөйләй “Бүздәк сәнәғәт эшкәртеүе” предприятиеһы директоры Рөстәм Нурмөхәмәтов.
Бүздәк эшкәртеүселәренә сүп-сарҙы предприятиелар һәм урындағы халыҡ ташый, һуңғылары өсөн билдәләнгән тариф – килограмы өсөн 10 һум. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән ҡулланылған шиндар, покрышкалар менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөлгән. Киләсәктә ҡеүәтте биш пиролиз мейесенә һәм көнөнә 50 тонна ҡалдыҡты утилләштереүгә тиклем арттырыу күҙаллана. Утилләштереү процесында алынған ҡыйбат булмаған пиролиз яғыулығы урындағы фермерҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана.
Нефть шламдарының ҙур күләмен эшкәртеү өсөн предприятиеға мең кубометрҙан кәм булмаған күләмдә һыйымлы парк кәрәк. Парк төҙөүгә аҡса һалырлыҡ инвестор эҙләп, ағалы-ҡустылы Нурмөхәмәтовтар Башҡортостан Республикаһының Венчур фондына, төбәк Сәнәғәт министрлығы структураһына мөрәжәғәт иткән.
– Улар беҙгә финанслау һорап килде. Предприятиела сәнәғәт мейесен сафҡа индереү тураһында һөйләшеп килештек. Потенциаль инвесторҙарҙы таптыҡ. Уға “Бүздәк сәнәғәт эшкәртеүе”нең эшен динамикала күрергә кәрәк, эшләй башлағандан һуң был - яҡынса өс-дүрт ай ваҡыт. Банк менән бәйләнеш тотабыҙ, улар аҙыраҡ процент менән кредит биреүҙе ҡарарға әҙер. Билдәләп үтергә кәрәк, яңы производствоны йәйелдереүҙең төрлө стадияларында төрлө инвесторҙарҙың йәлеп ителеүе ихтимал. Идеялар барлыҡҡа килеү кимәлендә – ул Башҡортостан Республикаһының Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды. Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге уйлап сығарыусы тәжрибә-конструкторлыҡ, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренә тотонғанда ярҙам итәсәк. Әйберҙең прототибы булғанда, Венчур фонды эшләй башлай, беҙ уны монетизацияларға ярҙам итәбеҙ, – тине Венчур фондының генераль директоры Рәмил Хисмәтуллин.
Нурмөхәмәтовтар һөйләүенсә, пиролиз мейесе урынына уларға арзаныраҡ крематор һатып алыуға аҡса һалырға тәҡдим иткәндәр. Уның атмосфераға күпме бысраҡ сығарғанын белгәс, был идеянан шунда уҡ баш тартҡандар. Эшҡыуарҙар иҫәпләүенсә, пиролиз мейесенән файҙа күберәк – үҙ-үҙеңде ҡаплау, яғыулыҡты экономиялау һәм яғыулыҡ һатыуҙан тыш, газ-поршенлы электр генераторын ҡуйыу мөмкинлеге бар, ул пиролиз мейесе бүлеп сығарған газды электр энергияһына әйләндерә. Һөҙөмтәлә, ҡалдыҡтарҙан энергия килеп сыға.
Предприятиеның эшмәкәрлеге, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Экология" милли проекты маҡсаттарына тура килә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56940