Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
15 Август 2022, 04:00

Ҡубыяҙҙар һаулығын тикшертте

Район дауаханаһы табиптары өлкән йәштәге кешеләрҙең һаулығын айырым контролдә тота. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Ҡубыяҙҙар һаулығын тикшерттеҠубыяҙҙар һаулығын тикшертте
Ҡубыяҙҙар һаулығын тикшертте

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” төбәк проекты оло йәштәгеләрҙең тормошон яҡшыртыуға һәм ғүмерҙе оҙайтыуға һәм әүҙемләштереүгә йүнәлтелә. Ошо маҡсат менән төпкөл ауылдарҙа йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға медицина тикшереүҙәре ойошторола.

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел үҙәк район дауаханаһы һәм психоневрология интернаты белгестәре Ҡубыяҙ ауылындағы 65 йәштән өлкәндәр өсөн диспансерлаштырыу үткәрҙе.

Табиптар лаборатор тикшеренеүҙәр, флюорография, ҡатын-ҡыҙҙарға маммография һәм электрокардиография ойошторҙо. Бынан тыш, өлкәндәрҙе табип-невролог, окулист һәм гинеколог ҡараны. Уларға артабан дауаланыу буйынса кәңәш бирелде.

Район дауаханаһы табиптары өлкән йәштәге кешеләрҙең һаулығын айырым контролдә тота. Диспансерлаштырыу үткәндән һуң ауылдың һигеҙ кешеһе Асҡын үҙәк дауаханаһына оҙатылды.

– Бындай берлектәге сәфәрҙәр ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса участка терапевтарының эшен байтаҡҡа еңеләйтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр араһында күптәрҙең район үҙәгенә барып, һаулығын тикшертеү, дауаланыу мөмкинлеге юҡ, – тине Асҡын дауаханаһының поликлиника мөдире Зөлфиә Әминева.

 

Фото: contenta.info/press_releases/297258

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Ҡубыяҙҙар һаулығын тикшертте
Ҡубыяҙҙар һаулығын тикшертте
Автор:
Читайте нас