

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жильё и городская среда" сиктәрендә Ҡариҙел ауылында балалар майҙансығын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланған – Ленин урамында автоҡаласыҡ булдырыла. Объектта бәләкәйләтелгән формала ысын юлдың барлыҡ элементтары ла булдырыласаҡ.
Әлеге саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Төҙөлөш мастеры Кирилл Сухарев эш барышы тураһында бына нимәләр һөйләй:
Был майҙансыҡ балалар юл-транспорт йәрәхәтләнеүҙәрен профилактикалау һәм йәш быуынды юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ғәмәлдә уҡытыу маҡсатында булдырыла. Бында кеселәтеп ысын юлдың барлыҡ элементтары булдырыла йәғни юл билдәһе, көйләнгән һәм көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле, юл саттары, тротуарҙар, йәйәүлеләр юлы, светофорҙар урын аласаҡ. Эштәрҙе быйыл 1 октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.
Балалар майҙансығын төҙөү менән бер рәттән подрядсы Абыҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң эргәһен матурлау буйынса ла эштәр алып бара.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-11/balalar-a-avto-alasy-ni-s-n-k-r-k-2905521