Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
10 Августа 2022, 09:51

Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...
Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына яңы эндоскопик комплекс алынды. Ул пациенттарҙың ашҡаҙан-эсәк юлын тикшереү өсөн тәғәйенләнгән.

 Хәҙер Ҡариҙелдә лә ашҡаҙанды яҡшы тикшерергә мөмкин. Был яңы аппаратты дауаханала  көтөп алдылар. Табиптарҙың әйтеүенсә, уның ярҙамында тулыраҡ диагноз ҡуйырға, ашығыс рәүештә килтерелгән ауырыуҙарға тиҙ ярҙам күрһәтергә мөмкин. Быға тиклем дауаханала бары иҫке бер генә аппарат эшләгән. Яңыһының функциялары ифрат күп. Белгес тикшереү барышын  тулыһынса яҙа  һәм аш һеңдереү юлының тәғәйен урынын аныҡ итеп һүрәткә төшөрә ала. Материалдар еңел генә мәғлүмәттәр базаһына ебәрелә. Шул арҡала диагноз ҡуйыу еңелләшә.

“Ҡариҙел районында һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы дауам итә. Бәләкәй ауылдарҙа дауалау-диагностика хеҙмәте нығый, яңы медицина автотранспорты арта, һанлы технологиялар килә”, – ти Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы сайты.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-10/ari-eld-r-uny-k-pt-n-k-t-ine-2903835
Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...
Ҡариҙелдәр уны күптән көтә ине...
Автор:
Читайте нас