Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
5 Август 2022, 05:06

Асҡында ирекле көрәште үҫтерәләр

Күнекмәләр балалар баҡсаһындағы сабыйҙарға ла тәғәйенләнә

Асҡында ирекле көрәште үҫтерәләрАсҡында ирекле көрәште үҫтерәләр
Асҡында ирекле көрәште үҫтерәләр

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов республиканың Спорт көрәше федерацияһы вице-президенты Алексей Бятиков, ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса баш тренер Артур Ишмәков һәм ирекле көрәш буйынса спорт мастеры Ибраһим Умхажиев менән осрашты.

Сарала Асҡында ирекле көрәште үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, Башҡортостан Спорт министрлығының социаль нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Балалар баҡсаһындағы сабыйҙарҙан башлап өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән күнекмәләрҙе Ибраһим Умхажиев үткәрә. Эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе яйға һалынғас та тренер эш башлаясаҡ. Динис Рәдис улы әйтеүенсә, был йәһәттән уға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.

Осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар өсөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы буйлап экскурсия ойошторолдо. Әйткәндәй, улар комплекста спортты үҫтереү шарттарына хайран ҡалды. Улар әйтеүенсә, бындай шарттар менән һәр район да маҡтана алмай.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/473232/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/295016

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Асҡында ирекле көрәште үҫтерәләр
Асҡында ирекле көрәште үҫтерәләр
Автор:
Читайте нас