Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Август 2022, 04:58

Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!

Ағиҙел ҡалаһындағы Сәскәләр бульварынан Комсомол бульварына тиклем биләмә йәшелләндерелә. Төҙөкләндерелгән урында шулай уҡ видеокүҙәтеү ойошторола.

Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!
Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!

Ағиҙел ҡалаһында Сәскәләр бульварын төҙөкләндереү дауам итә. Бында эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бара.

Былтыр был биләмә ағиҙелдәр тарафынан тауыш биреү юлы менән һайлап алынғайны. Раҫланған документтарға ярашлы, эштәрҙе “Уралспецстрой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Бында заманса яҡтыртыу буласаҡ, яңы тротуарҙар барлыҡҡа киләсәк. Эргәләге Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәптә акустик система ҡуйыласаҡ.

Сәскәләр бульварынан Комсомол бульварына тиклем биләмә йәшелләндереләсәк. Төҙөкләндерелгән урында шулай уҡ видео күҙәтеүе ойоштороласаҡ.

Быйыл октябрҙә бында эште тамамламаҡсылар. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов белдереүенсә, Сәскәләр бульвары ҡалалағы тағы бер төҙөкләндерелгән урындарҙың береһе буласаҡ.

Әйткәндәй, быйыл апрель-майҙа ойошторолған Бөтә Рәсәй төҙөкләндереү өсөн объекттарҙы һайлау буйынса онлайн-тауыш биреүҙә “Сәскәләр бульварынан Еңеү паркына тиклем скверҙы төҙөкләндереү” проекты күберәк тауыш (1687) йыйҙы. Ҡалала йәшәүселәрҙең әүҙемлеге ярҙамында 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә Сәскәләр бульварынан Еңеү паркына тиклем биләмә төҙөкләндереләсәк.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!
Был бульварҙы хатта танымаҫһығыҙ әле!
Автор:
Читайте нас