Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Август 2022, 04:52

Бер юлы ике медицина пункты асылды

Медицина учреждениеларын тантаналы асыуҙа Талбазы дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуҡов ҡатнашты һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.  

Бер юлы ике медицина пункты асылдыБер юлы ике медицина пункты асылды
Бер юлы ике медицина пункты асылды

Ауырғазы районының Балыҡлыкүл һәм  Мәнеү ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.  Объекттарҙың хаҡы яҡынса 4 миллион 600 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Элекке ФАП-тарҙың икеһе лә иҫке бинала урынлашҡан булыуы ауырыуҙар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Хәҙер 68,4 һәм 68,6 квадрат метр майҙанда урынлашҡан медицина учреждениелары заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә, һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, канализация системалары үткәрелгән, йыһаздар  алынған. Фельдшер-акушерлыҡ хеҙмәтләндереүе, процедуралар яһау, медицина хеҙмәткәрҙәре  бүлмәләре булдырылған.

Балыҡлыкүл  пункты шулай уҡ Шишмә һәм Байкал ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер З. Иҙрисова 369 кешенең һаулығы һағында тора. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәренең эш стажы 30 йылға яҡын. Мәнеү ауылы медицина пунктына 46 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған акушер Н. Афанасьева етәкселек итә. Медицина учреждениеларын тантаналы асыуҙа Талбазы дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуҡов ҡатнашты һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

– Тәүге медицина ярҙамының ауыл кешеләренә яҡынлашыуы бик шатлыҡлы күренеш. Ауыл халҡын бында  дауаланырға ғына түгел, медицина хеҙмәткәрҙәренән сәләмәтлекте һаҡлау тураһында кәңәш алыу өсөн дә саҡырам,– тип етәксе ауылдаштарға  ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләне.

Ауырғазы районында әле 41 ФАП эшләй. Йыл да яңы медицина учреждениелары ҡалҡып тора. Быйыл Яңы Тимешкә ауылында  модулле медицина пункты сафҡа инәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") ҡуйған бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Бер юлы ике медицина пункты асылды
Бер юлы ике медицина пункты асылды
Автор:
Читайте нас