

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект «Жилье и городская среда» ) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә Борай ауылында Һары йылғаһының яр буйы биләмәһе төҙөкләндерелә. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.
Проекттың маҡсаты - ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереү, күмәк ял итеү өсөн уңайлы урындары булдырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөкләндереү буйынса эштәр былтыр башланған булһа, быйыл да дауам итә. Биләмәлә эскәмйә һәм сүп һауыттары ҡуйып, ял зонаһын йыһазландырыу планлаштырыла, был тирә яҡтыртыласаҡ, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ. Бөгөнгө көнгә ағастарҙың ботаҡтары матурлап киҫелгән, биләмә төрлө ҡыуаҡтарҙан таҙартылған, ер эштәре башҡарылған. Был программа сиктәрендә быға тиклем районда Борай ауылының үҙәк майҙаны, Геройҙар аллеяһы төҙөкләндерелгән, Һары йылғаһының яр буйындағы эштәрҙең тәүге этабы башҡарылған.
“Беҙҙең ауылда йылға буйы биләмәһен төҙөкләндереү тулы көскә бара. Әле үҙәнен таҙартыу менән шөғөлләнәбеҙ. Бында 2 километр оҙонлоғонда “Һаулыҡ һуҡмағы” үтәсәк. Барыһының да матур килеп сығыуын теләйбеҙ. Борай халҡына оҡшарына ла ышанам, – тине хакимиәт башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Марат Ахунов.
Фото:Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Резеда Шәнгәрәева