Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
28 Июль 2022, 09:43

Һикәяҙ мәктәбенә – яңы һулыш

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һикәяҙ мәктәбенә – яңы һулышҺикәяҙ мәктәбенә – яңы һулыш
Һикәяҙ мәктәбенә – яңы һулыш

Дыуан районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Руслан Солтанов Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин менән Һикәяҙ ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбен капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Мәғарифтың мәктәп системаһын яңыртыу” федераль программаһына ярашлы реконструкциялана.

Әле мәктәптә ҡыйыҡ ремонтланған, подряд ойошмаһы – “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте түшәмде, стеналарҙы тигеҙләү һәм аҡлау менән мәшғүл. Тиҙҙән бинаға яңы ишек, тәҙрәләр ҡуйыла. Ашханала иҫке ҡорамалдарҙы һүтәләр һәм яңыларын монтажларға әҙерләнәләр. Шулай уҡ мәктәптә йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары яңыртыла, кластарҙа иҫке иҙәнде яңыһына алмаштыралар.

Дөйөм финанслау күләме 17,4 миллион һум тәшкил иткән ремонтты уҡыу йылы башланыуға тамамлау күҙаллана.

 

Фото: duvan.bashkortostan.ru/presscenter/news/471531/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/291430

Автор:Лилия Давлетбакова

Һикәяҙ мәктәбенә – яңы һулыш
Һикәяҙ мәктәбенә – яңы һулыш
Автор:
Читайте нас