Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
28 Июль 2022, 09:44

Борайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә

“Танып” һауыҡтырыу лагерында илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ дәресе булды

Борайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреләБорайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә
Борайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Ватансылыҡ тәрбиәләү” федераль проектына ярашлы, Борай районында патриотик саралар уҙғарылды.

“Танып” һауыҡтырыу лагерында ял иткән балалар өсөн илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде. “Хәрби туғанлыҡ”тың Борай бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Айҙар Ситдиҡов һәм урындағы әүҙемсе Рәнис Ихсанов Ватанды һаҡлаусыларҙың йолалары, хәрби бурыс, хәрби хеҙмәт тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, балаларға яҡшы ял һәм яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.

Мамаҙы ауыл клубында иһә “Ҡаһарманлыҡ, выждан һәм дан хаҡында” тигән “ватансылыҡ сәғәте” булды. Унда “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Борай бүлексәһе әүҙемселәре Артем Атнафиҡов менән Герман Әхмәтшин сығыш яһаны. Улар әлеге шарттарҙа илһөйәрлектең әһәмиәте, йәштәрҙе Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләү хаҡында һөйләне. Кисәнең аҙағында клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Лилиә Атнафиҡова абруйлы ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы осрашыу өсөн рәхмәт әйтте һәм йәмәғәт эштәрендә уңыштар теләне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/290799

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/290799

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-07-27/boray-a-vatansyly-t-rbi-l-g-ur-i-tibar-birel-2887672
Борайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә
Борайҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә
Автор:
Читайте нас