Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
27 Июль 2022, 04:23

“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”

Яңы скверҙа эш тамамланып килә

“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”
“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”

Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһының Мусин урамында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы яңы сквер асыу буйынса күләмле эш башҡарыла.

“Яңы скверҙа эш тамамланып килә. Ошо көндәрҙә коллектив менән өмәгә сыҡтыҡ: йәйәүлеләр зонаһындағы газондарҙы тигеҙләнек, биләмәне тәртипкә килтерҙек. Бында юлға асфальт түшәлгән, туҡталҡа төҙөлгән, биләмәне йәшелләндереү эше башҡарылған, яҡтыртҡыстар ҡуя башлағандар. Сквер ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгенә урындағы халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итер”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

“Ҡала йәмләнә, төҙөкләнә бара. Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Дүртөйлөнән Фаина Лопуть.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/289822

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/289822

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-07-26/y-ay-g-resht-rg-o-lanyp-b-t-almayym-2886246
“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”
“Ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып бөтә алмайым”
Автор:
Читайте нас