

новаябиблиотека.рф сайтында “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса үткән йылға отчет баҫылып сыҡты. Документты Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй дәүләт китапханаһы әҙерләгән.
2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә илебеҙҙең 79 төбәгендә 305 моделле китапхана барлыҡҡа килде. Һигеҙ субъектта бындай китапханалар тәүгә асылды. Башҡортостанда былтыр Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Учалы, Саҡмағош райондарында ун китапхана яңыртылды. Ошо күрһәткес буйынса республикабыҙ рекорд ҡуйҙы тип әйтергә лә була. Быны Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Төбәктәр сәйәсәте, мәғарифы һәм проект идаралығы департаменты директоры урынбаҫары Лидия Федякина ла билдәләп үтте.
“2021 йылда, “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу дәүерендә, мәҙәниәт йорттарын яңыртыу, автоклубтар һатып алыу, моделле муниципаль китапханалар булдырыу, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса күп эш башҡарылды. Яңыртылған 10 китапхана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле Интернетты ҡулланырға була. Федераль электрон ресурстарға инеү мөмкинлеге бар. Китап фонды байытылған, төрлө категория китап уҡыусылары өсөн бөтә шарттар булдырылған. Китапханала рәхәтләнеп эшләргә, аралашырға, ял итергә, күңелде, рухты байытырға була.
Проектта ҡатнашҡан ике йыл эсендә генә лә Башҡортостанда 14 моделле китапхана асылып өлгөрҙө. Улар халыҡ араһында төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы акциялар, саралар үткәрә.
“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу дәүерендә республикабыҙҙа егермеләгән яңы быуын китапханаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Был китапханалар уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу менән бер рәттән республикала китапханалар тармағын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк”, – ти Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Салауат районы Торналы моделле китапханаһы 2021 йылдың декабрендә барлыҡҡа килә. Ремонттан һуң майҙаны алты тапҡырға артып, хәҙер инде ул 400 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Рәхәтләнеп ял итеү, белемде арттырыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Заманса интерактив ҡоролмалар ҡуйылған, мебелдәр яңыртылған. Яңы компьютер, мультимедия, тауыш һәм күсермә техникаһы һатып алынған. Китап фонды байтаҡҡа күбәйгән, Интернет селтәренә инеү тиҙлеге артҡан.
Моделле китапхана бигерәк тә балаларҙы үҙенә тартып тора, сөнки бында уларҙы мауыҡтырғыс шөғөлдәр, күңелле уйындар, фәһемле кисәләр, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы китаптар көтә. 3D-ручка ярҙамында улар төрлө фигуралар эшләй, лего-роботтар йыя, виртуаль ысынбарлыҡҡа индереүсе торҡа (шлем) ҡуллана, өҫтәл уйындарын мауығып уйнай. Китапханала ғаилә менән китап уҡыу, ижади оҫтахана зоналары бар. Йәштәр өсөн зона ла булдырылған. Әүҙем ял итеүселәргә лә, күргәҙмә ойоштороуға ла тәғәйен зоналар эшләй.
Муниципаль-ара район китапханалары берекмәһе директоры Юлиә Вахитова әйтеүенсә, Торналы моделле китапханаһына Салауат районының бүтән ауылдарынан да киләләр. Балалар, йәштәр көн буйы шунда уйнарға, китап донъяһына сумырға риза. Ололар ҙа бында үҙҙәренә яраҡлы шөғөл таба. Әлбиттә, бындай китапханалар халыҡ өсөн ҙур бүләк.
Юлиә Вахитова фотоһы.
Автор:Танзиля Давлетбердина