Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
19 Июль 2022, 10:44

Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...

"Үҙебеҙҙә туризмды үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә", - ти йүнсел.

Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...
Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Сарыс йылғаһы буйлап ағып төшөүҙәр башланды. Уны урындағы йүнсел Зинфир Тәҡиуллин ойоштора.

Быйыл яҙ ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡайны.

Зинфир Фәрзәт улы катамарандар, туристик кәрәк-яраҡ һатып алған. Тәүге сәйәхәт май айында ойошторолдо. Маршрут Өршәҙе ауылынан Солтанбәккә тиклем дауам итте. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 30 километр самаһы. Туҡтап ял итеү, туҡланыу менән бергә юлға 12 сәғәт самаһы ваҡыт китә. Сәйәхәттә туристар яр буйындағы үҫемлектәр, хайуандар донъяһы менән таныша.

– Балыҡ тоторға, йылға буйлап ағып төшөргә яратам, шуға күрә күңелемә ятҡан шөғөлдө башҡалар менән уртаҡлашырға булдым, – ти Зинфир Фәрзәт улы. – Әле сит илдәргә сығыу мөмкинлеге сикле, шуға күрә үҙебеҙҙә туризмды үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә.

Маршрут менән туристар ҙа ҡыҙыҡһына башлаған. Тәүгеләрҙән булып Сарыс йылғаһы буйлап район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ағып төшкән. Ял барыһына ла оҡшаған, күптәр тиҙҙән сәйәхәтте ҡабатларға теләк белдергән.

Зинфир Тәҡиуллин киләсәктә ике көнлөк сәйәхәт ойошторорға ниәтләй. Унда яр буйында төндә ҡуныу өсөн махсус урындар асмаҡсы. Бының өсөн ул ҡуртымға алынған ер биләмәһендә йәйге йорт төҙөргә хыяллана. Шулай уҡ катамарандар һанын арттырырға ла, райондың башҡа йылғалары буйлап маршруттар ойошторорға ланиәтләй йүнсел.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/469180/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/286960

Автор:Лилия Давлетбакова
Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...
Сарс йылғаһы буйлап сәйәхәт иткең килһә...
Автор:
Читайте нас