Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Июль 2022, 10:43

Иҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһы

Халыҡ был ваҡиғаны күптән көтә.

Иҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһыИҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһы
Иҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһы

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов менән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин Иҫке Туймазы ауылындағы табип амбулаторияһы төҙөлөшөндә булған.

Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) һәм “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы төҙөлә.

Әле бында бина тулыһынса һалынған, ҡыйығы ябылған, фасады йылытылған. Һыу тәьминәте системаһы, газ үткәргес, электр кабеле һалынған. Табип амбулаторияһының яңы бинаһында эске биҙәү эштәре тамамланған. Электр яҡтылыҡ, елләтеү системаһы сафҡа индерелгән, сантехника ҡуйылған, бүлмә ишектәрен монтажлау бара. Бинаға ингән ерҙә күтәрмәне, баҫҡысты, пандусты эшләйҙәр, биләмәне төҙөкләндерәләр, плитә түшәйҙәр.

Ошо көндәрҙә йыһаздың төп өлөшө килтерелгән. Тиҙҙән эшселәр бөтә системаларҙы эшкә ҡушыу-көйләүгә тотона.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/287465

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/287465

Автор:Лилия Давлетбакова
Иҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһы
Иҫке Туймазыла - яңы табип амбулаторияһы
Автор:
Читайте нас