

“Башҡортостан иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы” һөнәри белем биреү учреждениеһында 12 июлдән 15-енә тиклем төбәктең предприятие вәкилдәре өсөн стратегия сессияһы форматында белем биреү интенсивы уҙғарылды.
“Иретеп йәбештереү технологиялары” компетенцияһы буйынса ойошторолған сарала көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, асыҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Уның маҡсаты ил субъектын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн ҡарарҙар табыу, һөнәри әҙерлек системаһына эш биреүселәрҙең ихтыяжын асыҡлау булды. Республиканың сәнәғәт предприятиелары, бизнес вәкилдәре һәм колледждар өсөн эштә яңы технологиялар, иретеп-йәбештереү процестары алымдарын ҡулланып ҡарау буйынса уникаль мөмкинлек булдырылды.
Оҫталыҡ кластарын ойоштороусылар - "Һөнәри оҫталыҡ үҫеше агентлығы" (Ворлдскиллс Рәсәй) коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы һәм Иретеп йәбештереү милли мәктәбе.
Был интенсив айырым эш биреүселәрҙең һорауҙарына артабан төбәк эксперт берләшмәһе ҡатнашлығында белгестәрҙе күпләп әҙерләү өсөн этәргес бирәсәк. Агентлыҡ вәкилдәре менән партнерлыҡҡа Башҡортостан етәкселеге, профилле ведомстволар – республиканың Мәғариф һәм фән, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ла ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла һәм “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.