

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Сибай ҡалаһынан Эрнст Хәйҙәр улы Баҙамшин етәкләгән “Хард Инжениринг” предприятиеһы яңы барлыҡҡа килгән. Атаһы Хәйҙәр Әхәт улы башлаған ғаилә бизнесын бөгөн улы дауам итә.
Ойошма айына 10 – 12 мең квадрат метр йышылған шпон етештерә. 15 кеше эшләй. Әҙер продукция Рәсәй буйлап тарала. Йышылған шпонды эшләү технологияһы быуҙа тотоуҙан, йышыуҙан, киптереүҙән, сорттарға айырыуҙан, ҡырҡыуҙан, әҙер продукцияны ҡаптарға бүлеп һалыуҙан тора. Йышылған шпон тәбиғи ағас төҫөндә була. Уны ҡайындан, имәндән, ҡарағайҙан әҙерләйҙәр.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә “Хард Инжениринг” предприятиеһына ҡала хакимиәтенән ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия алыуҙы хәстәрләй.
Предприятие киләсәктә фанер һәм инженер таҡтаһы етештерергә уйлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Э. Баҙамшин.