Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
15 Июль 2022, 07:00

Ишембайҙа «IT-куб» үҙәге асыла

Һанлы  белем биреү үҙәгенең маҡсаттары ҙур.

Ишембайҙа «IT-куб» үҙәге асылаИшембайҙа «IT-куб» үҙәге асыла
Ишембайҙа «IT-куб» үҙәге асыла

Быйыл сентябрҙә Ишембай ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Андрей Рябов исемендәге 11-се мәктәбендә “IT-куб” балалар өсөн һанлы белем биреү үҙәге асыла. Айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән был мәктәптең 2-се ҡатында Һанлы белем биреү үҙәге урынлашасаҡ, әлеге көндә унда төҙөүселәр әүҙем рәүештә ремонт эштәрен алып бара. Артабан унда алты уҡыу бүлмәһенең, конференц-залдың, шахмат уйыны зонаһының урынлашыуы көтөлә.

“IT-куб”та техник йүнәлештәге өҫтәмә дөйөм белем биреү программалары буйынса эш алып барыласаҡ. Үҙәктә дүрт уҡытыусы уҡытһа, улар ошо маҡсатта тейешле курс та үткән. Был проект техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға һәм уҡыусыларҙы IT-технологияларға йәлеп итеү даирәһен арттырырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта алдан һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатын да ҡуя.

Әлеге саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла һәм “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото:Башинформ

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-07-15/ishembay-a-it-kub-ge-asyla-2874337
Ишембайҙа «IT-куб» үҙәге асыла
Ишембайҙа «IT-куб» үҙәге асыла
Автор:
Читайте нас