

450 йыллыҡ юбилейға Өфөлә бер юлы бер нисә ҙур спорт объекты төҙөләсәк. Уларҙың береһе – ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы. Эштәр Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә алып барыла, унда төҙөлөш өсөн бөтә параметрҙар буйынса идеаль шарттар булдырылған.
Комплекс старт һәм финиш бассейндарын, 250 метр оҙонлоҡтағы һәм 1,75 метр тәрәнлектәге ярыш-күнекмә каналын үҙ эсенә аласаҡ. Шулай уҡ проектта ярҙамсы биналар, келәт, юл төҙөү һәм 300 метр оҙонлоҡтағы ярҙарҙы нығытыу ҡаралған. Гидротехник ҡоролмалар ярҙамында тау йылғаһындағы кеүек быраулаусы һыу эффекты булдырыласаҡ. Ишкәк каналы Йылы күлен Ҡариҙел йылғаһы менән тоташтыра.
Үҙенсәлекле спорт комплексы йыл әйләнәһенә эшләйәсәк: һыу һәр саҡ йылы, ҡыш көнө лә туңмай. Комплекс ишеү слаломы буйынса иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы, шул иҫәптән Рәсәй чемпионатын, Бөтә Рәсәй беренселектәрен ҡабул итәсәк.
– Өфөлә байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы республика спорт мәктәбе эшләй, шулай уҡ 28-се муниципаль спорт мәктәбендә ишеү слаломы бүлеге үҫешә, - тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы начальнигы Егор Сорокин. - Яңы объект һәм тренерҙарҙың оҫталығы ярҙамында Өфө был спорт төрөндә чемпиондар әҙерләү урыны булып китер, тип ышанам.
Комплекстың беренсе сираты 309,3 миллион һумға баһалана. Уларҙың 250 миллион һумын “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүләсәктәр.
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан