Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
9 Июль 2022, 18:16

Серягиндар хәҙер - үҙмәшғүл

Знаменка ауылы ғаиләһе социаль контракт төҙөгән. 

Серягиндар хәҙер - үҙмәшғүлСерягиндар хәҙер - үҙмәшғүл
Серягиндар хәҙер - үҙмәшғүл

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Үҙмәшғүл граждандарға эшмәкәрлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу” федераль проекты шул иҫәптән үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамы сараларын алыуға йүнәлтелгән. Социаль контракт төҙөү бындай ярҙам сараларының береһе булып тора.

Знаменка ауылынан Лилиә һәм Алексей Серягиндар ғаиләһе – адреслы социаль ярҙам программаһының социаль контракт нигеҙендә уңышлы эшләүенә миҫал.

Йорт хужабикәһе ҡасандыр балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән, ләкин ғаилә сәбәптәре арҡаһында унан киткән. Ул ауыр сирле ҡайныһы менән ҡәйнәһен бер нисә йыл ҡараған. Ғаилә башлығы Алексей Николаевич сәләмәтлек торошо буйынса инвалидлыҡ юлларға мәжбүр булған. Тимәк, ғаилә килемдәре буйынса закон талаптарына ярашлы адреслы социаль ярҙам алыуға тура килгән.

“Беҙ социаль контракт төҙөүебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ. Кәрәкле документтар пакетын йыйырға социаль яҡлау учреждениеһында ярҙам иттеләр. Иҫәпкә аҡса тиҙ күсте. “Минең һалымым” ҡушымтаһында үҙмәшғүлдәр булараҡ теркәлдек, шуға күрә отчет менән проблемалар юҡ”, – ти Лилиә Ғүмәр ҡыҙы.

Дәүләттән финанс ярҙамы арҡаһында Серягиндар тағы бер һыйыр һатып ала. Шулай итеп, ихатала мал иҫәбен, тимәк, үҙ табышын да арттырғандар.

Социаль контракт шарттары буйынса ярҙамсы хужалыҡ алып барыуҙан тыш, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыуҙан килем алыу зарур.

Ирле-ҡатынлы артып ҡалған һөтөн ҡалала һата, ауылдаштары ла теләп уларҙың тауарын ала. Улар ҡаймаҡ та, май ҙа, эремсек тә тәҡдим итә. Лилиә Ғүмәр ҡыҙы, һауыу аппараты булһа ла, һыйырҙарҙы ҡул менән һауып ала. Һөт тәмлерәк килеп сыға, ти. Ә конкуренция шарттарында сифат – хәл иткес фактор.

Барыһында ла ата-әсәгә 14 йәшлек ҡыҙы менән улы – Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы студенты ярҙам итә.

Йыл башынан Бәләбәй районы биләмәһендә йәшәгән граждандар менән шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға планлаштырылған ун контракттың бишәүһе төҙөлгән.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

Фото: Бәләбәй районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Альфия Мингалиева
Серягиндар хәҙер - үҙмәшғүл
Серягиндар хәҙер - үҙмәшғүл
Автор:
Читайте нас