

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Демография" милли проектының (национальный проект "Демография") "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль программаһына ярашлы саралар йыш ойошторола. Бөгөн Өфө халҡы шуларҙың береһенә - Ленин майҙанында үткән “Мең велосипедсы көнө” 11-се ҡала фестиваленә йыйылды.
“Ун ике йыл элек беҙҙең байрамда мең тирәһе генә кеше ҡатнашҡайны, – тине Башҡортостандың Велосипедсылар союзы рәйесе Егор Лукша. – Һуңғы йылдарҙа килгәндәрҙең һаны егерме меңдән ашыу булып китә”.
Бөгөн ун километрлыҡ маршрутты – Ленин майҙанынан Телеүҙәккә тиклем – егерме өс меңдән күберәк велосипедсы үтте. Фестивалдә ҡатнашыусылар һаны былтырғынан биш йөҙгә артҡан. Сара аҙағында "Берҙәм Рәсәй" партияһы әүҙемселәре флешмоб та ойошторҙо.
Велосипедсылар ярышы быйыл Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Нефтекамала ҡалаларында ла үтәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан