Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Май 2022, 09:24

Иң мөһиме – хәүефһеҙ һәм сифатлы

Ҡорамалды урынлаштырыу алдынан бинала республика бюджеты иҫәбенә бөтә санитар-гигиена талаптарына ярашлы   ремонт эшләнгән.

Күгәрсен районының Йомағужа участка дауаханаһына яңы заманса һанлы  “Диаком” рентген комплексы ҡуйылды.  Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы алынды.

Комплекстың төп үҙенсәлеге – юғары сифатлы тулы форматтағы һүрәттәр алыу, рентгеноскопия тикшеренеүҙәрен алыу һәм яҙҙырыу. Ҡорамалды урынлаштырыу алдынан бинала республика бюджеты иҫәбенә бөтә санитар-гигиена талаптарына ярашлы   ремонт эшләнгән.

– Ҡорамал диагностик һүрәттәрҙе еңел һәм тиҙ алырға, уларҙы ҙурайтып ҡарарға мөмкинлек бирә. Һүрәттәр электрон рәүештә һаҡлана. Был табипҡа сирҙе динамикала сағыштырып ҡарарға ярҙам итә. Ҡорамал һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ, нур көсөргәнеше аҙ,  тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау өсөн  заманса программа менән тәьмин ителгән, – тип билдәләне Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Наил Абдуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: