Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Май 2022, 09:29

Аҡса бирәләр

Был сумма - торлаҡ һатып алыу өсөн  

Башҡортостанда 2261 алданған өлөшсө 5,77 миллиард һумға яҡын аҡсалата компенсация алды. Был - өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың 90 процентҡа яҡыны. Түләүҙәр республика Хөкүмәте тарафынан финанслана.

“Биләмәләр үҫеше фонды механизмдарының береһен файҙаланыу һөҙөмтәһендә республикалаға 2,5 меңдән ашыу граждандың хоҡуғы компенсация түләүҙәрен биреү һөҙөмтәһендә яҡлана. Был фондтың күҙәтеү советы 2019 йылдан алып 2504 гражданға компенсация түләү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итте. Улар Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Ғафури райондарында, шулай уҡ Өфөлә, Ишембайҙа, Учалыла, Стәрлетамаҡта һәм Благовещенда торлаҡ һатып алды, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Олег Солтанов.

Ул шулай уҡ Башҡортостандағы тағы алты проблемалы объектты ҡарауҙың планлаштырылыуы хаҡында әйтте. Был ҡабул ителгән ҡарарҙар республикалағы алданған 850-нән күберәк өлөшсөнөң хоҡуҡтарын яҡларға булышлыҡ итәсәк.  Өҫтәүенә, үрҙә әйтелгән проблемаларҙың хәл ителеүе – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары ярҙамында ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: kr-gazeta.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: