Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 14:57

Борай ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер Бөрөгә йөрөмәйәсәк

Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәрен юғары баһаланы.

Борай ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер Бөрөгә йөрөмәйәсәк
Борай ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер Бөрөгә йөрөмәйәсәк

Борай үҙәк район дауаханаһы  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “Маммо-4МТ-Плюс” заманса маммографы алды.  Элек Борай ҡатын-ҡыҙҙары тикшеренеү үтеү өсөн Бөрө тарафтарына юл тотһа, хәҙер улар үҙҙәрендә медицина тикшеренеүе үтәсәк, консультация аласаҡ.

 Маммография һөт биҙҙәренең торошо тураһында тулы күләмдә мәғлүмәт бирә, туҡымаларҙағы аҙ ғына патологик үҙгәрештәрҙе лә асыҡлай ала.

–Яңы һанлы ҡорамал ҡатын-ҡыҙҙарға сифатлы тикшереү үткәрергә, пациенттарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә нур көсөргәнешен кәметергә мөмкинлек бирә, - тип яңы аппараттың өҫтөнлөктәрен юғары баһаланы Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Борай үҙәк район дауаханаһы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Борай ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер Бөрөгә йөрөмәйәсәк
Борай ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер Бөрөгә йөрөмәйәсәк
Автор:
Читайте нас: