Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 14:56

1 сентябргә – яңыртылған мәктәп

2022 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда ғына 96 мәктәп бинаһын ремонтлау күҙаллана.

1 сентябргә – яңыртылған мәктәп
1 сентябргә – яңыртылған мәктәп

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү буйынса яңы федераль программа тормошҡа ашырыла башланы. Уның нигеҙендә 2022 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда ғына 96 мәктәптә 103 бинаны ремонтлау күҙаллана. Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында Әтнәш төп мәктәбе бинаһы ла бар.

Программа капиталь ремонт буйынса комплекслы ҡарашты күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә мәктәптең матди-техник базаһы яңыртыла. Ҡыйыҡты, стеналарҙы, түшәмде, ишек-тәҙрәләрҙе яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ йылытыу, елләтеү, канализация, һыу тәьминәте, янғын һүндереү системаларын алмаштырыу ҡарала. Учреждение заманса уҡытыу һәм тәрбиә саралары менән тәьмин ителәсәк.

“Капиталь ремонтты яңы уҡыу йылы башланғанса тамамларға ниәтләйбеҙ. Балалар 1 сентябрҙе уңайлы шарттарҙа, яңы мәктәптә ҡаршыларға тейеш”, – тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлағы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/259034

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/259034

Автор:Лилия Давлетбакова

1 сентябргә – яңыртылған мәктәп
1 сентябргә – яңыртылған мәктәп
Автор:
Читайте нас: