Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2022, 15:55

Борайҙар яр буйын төҙөкләндермәксе

Ирекмәндәр халыҡҡа тауыш биреүҙә ярҙам итә. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Борайҙар яр буйын төҙөкләндермәксе
Борайҙар яр буйын төҙөкләндермәксе

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү дауам итә.

Борай ауылындағы Сар йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү планлаштырыла. Объектты төҙөкләндереүҙең ике варианты тәҡдим ителә. Тауыш биреү 30 майға тиклем https://02.gorodsreda.ru сайтында дауам итә.

“Беҙҙең районда ирекмәндәр әүҙем эшләй. Улар халыҡҡа тауыш биреүҙә ярҙам итә. Сара тамамланыуға күп ҡалманы. Район халҡын унан ситтә ҡалмаҫҡа, төҙөкләндереү объекты өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ”, – тине район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрит Хужин.

 

Фото: buraevo.bashkortostan.ru/presscenter/news/452431/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/258302

Борайҙар яр буйын төҙөкләндермәксе
Борайҙар яр буйын төҙөкләндермәксе
Автор:
Читайте нас: