Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 14:14

Аҡса бирелә башланы

"Был финанс ярҙам балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә кәрәк".

Аҡса бирелә башланы
Аҡса бирелә башланы

Башҡортостандағы 73 меңдән ашыу ғаилә өстән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәр аласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин һигеҙҙән 17 йәшкә тиклем балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙәрҙең бирелә башлауы, бының өсөн 3,5 миллион балаға 2,5 миллиондан ашыу ғариза тапшырылыуы хаҡында белдергән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был социаль ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылғайны. 

"Был финанс ярҙам балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә кәрәк. Һәм ата-әсәләр өсөн дә уңайлы: күп кенә осраҡта уларға өҫтәмә белешмәләр тапшырырға кәрәкмәй. Түләүҙәр тәғәйенләгән органдар барлыҡ мәғлүмәттәрҙе дәүләт мәғлүмәт системаларынан ала", - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Түләүҙәрҙе тәғәйенләү ҡағиҙәләре әлеге ваҡытта өстән ете йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләгән кеүек, йәғни уларҙың кимәле төбәктәге балаға йәшәү кимәленән 50, 75 һәм 100 процент тәшкил итә. Башҡортостанда был – 5339,5-тән 10679 һумға тиклем аҡса. Шул уҡ ваҡытта 50 процент кимәле – база күләме - 5 339,50 һум. 75 проценты - 8 009,25 һум: ул база кимәлен тәғәйенләгәндә лә ғаиләнең йәшәү кимәле етмәгәндә бирелә. 100 процент, йәғни 10679 һум, 75 процент тәғәйенләнгәс тә ғаилә кимәле йәшәү минимумына етмәгәндә түләнә. Әгәр ғаиләлә һигеҙҙән 17 йәшкә тиклем бер нисә бала бара икән, уларҙың һәр береһенә түләүҙәр бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан өстән ете йәшкә тиклемге балаларға ай һайын аҡсалата түләүҙәр бирелә. 1 майға ҡарата республикалағы 73342 ғаилә 86813 балаға түләүҙәр ала. Уларҙың 41413-өнә максималь 100 процент күләмендә аҡса тәғәйенләнгән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Аҡса бирелә башланы
Аҡса бирелә башланы
Автор:
Читайте нас: