Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Май 2022, 09:00

Предприятиеларға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан предприятиеларына сеймал менән тәьмин итеүселәрҙе табыуҙа ярҙам итәсәктәр

Предприятиеларға ярҙам күрһәтелә
Предприятиеларға ярҙам күрһәтелә

Бөгөнгө ситтән көслө баҫым барған заманда экспорт һәм импорт йүнәлешендә эшләгән преприятиеларға еңелдән түгел. Башҡортостан Республикаһы предприятиеларына сеймал буйынса ярҙам итеү эшен ойоштороу маҡсатында төбәктә Импорт менән тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу үҙәге булдырылған.

Үҙәк предприятиеларҙан быға тиклем сит илдән һатып алынған сеймалға, комплекттар тупланмаһына, ҡорамалдарға тыуған ихтыяжды туплай һәм анализлай. Шулай уҡ Рәсәйҙә һәм дуҫ илдәрҙән тауар менән тәьмин итеүселәрҙе эҙләй һәм Башҡортостан Республикаһында импортты алмаштырыу мөмкинлектәрен ҡарай.

Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында тауар менән тәьмин итеүселәрҙе эҙләү өсөн сервис булдырылған, шулай уҡ унда тултырыу өсөн ғариза төрө урынлаштырылған, уны https://investrb.ru/ru/business/import_replace/  һылтанмаһы буйынса таба алаһығыҙ. Үҙәк менән бәйләнеш телефоны – + 7 (347) 200-12-46, эш көнөндә, 09:00 – 18:00 сәғәттә, мөрәжәғәт итергә мөмкин.  

Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам алымы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлы итә.

Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   

Автор:Рәмилә Мусина
Предприятиеларға ярҙам күрһәтелә
Предприятиеларға ярҙам күрһәтелә
Автор:
Читайте нас: