

Ҡариҙел районының Үҙәк моделле китапханаһында өлкәндәрҙе компьютер серҙәренә өйрәтәләр.
Уҡыуҙарҙы район хакимиәтенең финанс идаралығының баш инженер-программисы Рөстәм Аллаяров алып бара. Сираттағы сараға Ҡариҙел ауылының “Василиса” клубында шөғөлләнгән актив ҡатын-ҡыҙҙар килде. Остаздары уларҙы видеоредактор программаһы менән таныштырҙы, видеояҙмаларҙы биҙәү, уларға музыка һәм телмәр ҡушыу серҙәрен өйрәтте. Был һөнәрҙәр “Василиса” клубы өсөн бик ҡулайлы булды. Сөнки клуб ағзалары ауылда йәнле, сәләмәт тормош алып бара, күп һанлы сәйәхәттәргә сыға, төрлө спорт түңәрәктәренә йөрөй. Хәҙер улар Рөстәм Аллаяров өйрәткәнсә, үҙҙәренең эшмәкәрлектәре буйынса матур видеояҙмалар төшөрә аласаҡ.
Гөлнара Солтанова.