Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
23 Март 2022, 04:47

Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды

Байҡыбаш ауыл биләмәһенә ҡараған  Әмин ауылында  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә өр-яңы модулле  ФАП асылды. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылдыҠариҙелдә тағы бер ФАП асылды
Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды

             

ФАП фельдшеры булып Роза Суфиянова эшләй. Ул медицина өлкәһендә 23 йыл лайыҡлы хеҙмәт итә. Бирелә  Әмин һәм Базилевка ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтелә. Ауылдаштары уҙҙәренең  фельдшерҙарына ҡыуанып бөтә алмай, сөнки Роза Рәфәс ҡыҙы һәр кемгә  миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек, иғтибарлыҡ менән яуап бирә.  Хәҙер ике ауыл халҡы уңайлы шарттарҙа, барлыҡ санитар талаптарға яуап биргән бинала медицина ярҙамы аласаҡ.

Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Байҡыбаш ауыл Советы башлығы Ф.Ибраһимов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин, уның урынбаҫары Айрат  Ғәлимйәнов һәм башҡа рәсми делегация килде. Айҙар Әнғәм улы Әмин һәм Базилевка ауылдары халҡының шатлығын уртаҡлашып, пунктҡа тик профилактика саралары йәһәтенән генә мөрәжәғәт итеүҙәрен, ауырымауҙарын теләне.

Авторы: Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды
Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды
Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды
Ҡариҙелдә тағы бер ФАП асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас