

Ул абердин-ангус тоҡомло һыйыр малы үрсетергә ниәтләй. Ит йүнәлешендәге был һыйырҙарҙы XIX быуатта Шотландияла, ҡырыҫ тәбиғәтле таулы райондарҙа Абердиншир графлығының ҡара туҡал һәм Ангус графлығының ҡуңыр һыйыр малын ҡушыу юлы менән сығарғандар.
“Донъяла таралыу буйынса абердин-ангус тоҡомо икенсе урынды биләй. Ул “мәрмәр” ите, юғары үрсемлелеге, нәҫел тотороҡлолоғо һәм тәғәйен урындағы шарттарға тиҙ яраҡлашыуы менән айырылып тора”, – ти эшҡыуар.
Фото: oselhoze.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/231655