

Краснокама районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, Краснокама районының бизнес-шерифы инвестиция проекты тормошҡа ашырылған урынға барып, сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрҙе.
Инвестор автомобиль шиндарын эшкәртеү линияһын сафҡа индерергә, 10-ға яҡын эш урыны булдырырға ниәтләй. Утилләштерелгән шиндарҙан резина-техник изделиелар етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы кәрәк, шул уҡ ваҡытта был эште башҡарыу өсөн ҡулай бина бар.
Осрашыу һөҙөмтәһендә инвестиция проектын булышлыҡ итеү маҡсатында финанс ярҙам йәһәтенән консультация бирергә ҡарар ителде, йөкләмәләрҙе аныҡ үтәү ваҡыты билдәләнде, протокол төҙөлдө.
#национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/220459
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)