

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса башҡарылған барлыҡ объекттарҙа ла superpave (суперпейв) технологияһы ҡулланыла. Суперпейв (Superpave или Superior Performance Pavements) – файҙаланыу үҙенсәлектәре юғары булған юл япмалары өсөн асфальт-бетон ҡатнашмалары составын проектлау ысулы.
– Суперпейв системаһы бына инде 20 йылдан ашыу Европаның күп илдәрендә һәм Американың бөтә биләмәһендә уңышлы ҡулланыла. Бөгөн был технология Рәсәйҙә лә уңышлы файҙаланыла башланы. Салауат ҡалаһы юлдарында ошо технология 2018 йылдан бирле ҡулланыла. Был Калинин, Губкин, Ленин, Ленинград, Революция урамдары һәм башҡалар, – ти ҡала хужалығы идаралығының юл бүлеге начальнигы Антон Яковлев.
Был ысулдың төп бурысы – асфальт-бетондың составын һыҙыҡһыҙ деформация һәм емерелеү процестарын иҫәпкә алып әҙерләү. Бында автомобиль юлын файҙаланыуҙың климат шарттарына һәм перспективалы хәрәкәт көсөргәнешлелегенә ҙур иғтибар бирелә. Суперпейв ысулын ҡулланыу һөҙөмтәһендә кәлийә барлыҡҡа килеүгә ҡаршы, түбән температураларҙа ярыҡтар барлыҡҡа килеүе һәм ваҡыт үтеү менән емерелеү мөмкинлегенә ҡаршы тороп буласаҡ. Быға асфальт-бетон составын проектлауҙың махсус алымдарын һәм тәүге компоненттарҙы һынау алымдарын ҡулланып өлгәшелә.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Твиттер