Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
16 Февраль 2022, 04:12

Әбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарай

Бында ябыҡ тамыр системаһы буйынса 38 мең үҫенте үҫтерелгән. 

Әбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарайӘбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарай
Әбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарай

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уның маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙың кәмеү һәм тергеҙеү балансын 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү. Әйтәйек, 2022 йылдың 1 ғинуарынан урманды тергеҙеүҙең яңы ҡағиҙәләренә ярашлы, яһалма һәм ҡатнаш урман тергеҙеү майҙандарының 20%-тан ашыуы ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр ултыртыу менән үтәлергә тейеш.

Бындай ултыртыу материалын үҫтереү өсөн урман хужалыҡтары бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә теплицалар төҙөй, сәсеү агрегаттарын, кассеталар һатып ала. Әйтәйек, 2021 йылда Әбйәлил урман хужалығы эшселәре Ҡырҙас участкаһы биләмәһендә 160 квадрат метр майҙанда теплица төҙөгән, унда ябыҡ тамыр системаһы менән 38 мең самаһы үҫенте үҫтерелгән.

– Мартта икенсе теплица төҙөй башлайбыҙ. Кәрәкле төҙөлөш материалдары һатып алынған да инде, – тип һөйләне “Әбйәлил урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Зариф Абдуллин. – Апрелдә 2500 дана кассета ултыртыла, уларҙан 2022 йылда 200 000 данаға яҡын ябыҡ тамыр системаһы менән үҫенте үҫтерергә ниәтләйбеҙ.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: regnum.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Әбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарай
Әбйәлилдәр урманды тергеҙеүгә яуаплы ҡарай
Автор:
Читайте нас