Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
15 Февраль 2022, 04:21

Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!

Экомарафон һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттарҙың йәшел рейтингы төҙөлә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!
Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 февралдән 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экомарафоны уҙғарыла.

Бөтә уҡыу йорттарын, йәмәғәт ойошмаларын, предприятиеларҙы, компанияларҙы һәм башҡа учреждениеларҙы унда ҡатнашырға саҡыралар. Бының өсөн 300 килограмдан ашыу, алыҫ райондарға 500-1000 килограмм макулатура йыйып, акцияның Сдай-Бумагу.рф йәки www.Sdai-Bumagu.com сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ 300 килограмдан ашыу ҡағыҙ йыя алмағандар эш урыны буйынса йәки яҡындағы уҡыу йортона, учреждениеға “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” акцияһында ҡатнашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә ала.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров был акцияның ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу проблемаһына республика халҡының иғтибарын йәлеп итеүгә һәм макулатураны икенсел сеймал сифатында файҙаланыуға йүнәлтелеүен, сараның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне. Акция республика райондары һәм ҡалалары араһында ярыш рәүешендә ойошторола. Экомарафон һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттарҙың йәшел рейтингы төҙөлә. Макулатураны ташыуға ғаризаны алдан уҡ www.сдай-бумагу.рф сайтында ҡалдырыу шарт. Был эште сараны үткәреү графигына ярашлы, эшкәртеүсе компанияның транспорты башҡара. Акция йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары, ә иң һөҙөмтәле эшләгәндәр аҡсалата премия менән бүләкләнә. Аныҡ район буйынса дөйөм күрһәтекс 70 тоннанан ашыу булһа, финалсыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.

 

Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/429674/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!
Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!
Автор:
Читайте нас