

– Халыҡ-ара күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһынан компанияларға үҙҙәренең тауарын сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға күрһәтеү, республика тауарҙарының юғары сифатлы булыуы һәм көнәркәшлектәге өҫтөнлөгө менән таныштырыу мөмкин буласаҡ, – тип билдәләне тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Күргәҙмәнең төп бүлектәре: нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү, нефть-газ ҡорамалы, нефтте һәм газды ташыу, нефть-газ сәнәғәтендә иретеп йәбештереү, тышлау – торба үткәргестәрҙең коррозияға ҡаршы тышлауҙары, инжиниринг һәм консалтинг, геофизик хеҙмәттәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, нефть-газ яҡтылыҡтарҙы хеҙмәтләндереү, экологик хәүефһеҙлек, шәхси һәм сәнәғәт һаҡланыу саралары, тарҡатмаусы контроль һәм техник диагностика.
Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге күргәҙмәлә ҡатнашыуға бәйле барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай: ҡуртым, урынлаштырыу, теркәү иғәнәләрен, коллектив стенд өсөн башҡа сығымдарҙы. Компаниялар юл, йәшәү һәм шәхси сығымдарын ғына үҙҙәре түләй.
Ҡатнашыуға ғаризаны “Күргәҙмә ғариза” билдәһе менән электрон почтаға – zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru ебәрергә кәрәк. Белгестәр яуап итеп тултырыу өсөн форма ебәрәсәк. Хатҡа өҫтәп тултырылған анкета, ғариза, бурыс булмау тураһына белешмә, ЕГРЮЛ күсермәһен һалырға кәрәк.
Документтарҙың төп нөсхәһен Үҙәк офисына (450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 300-сө офис, 7-се кабинет) ебәрергә кәрәк. Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин: +7 347 246 85 69, + 7 927 354 12 15.
“Atyrau Oil&Gas” — донъяуа индустирияның төбәк ваҡиғаһы. Шуға ла был саралар ҡатнашыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
Автор:Рәмилә Мусина