

Марина Евгеньевна, биләгән майҙаны буйынса Иҫке Петров ауыл биләмәһе районда иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Шулаймы?
Эйе. Уның составына Иҫке Петровтан башҡа тағы ла туғыҙ ауыл: Питяков, Бикмырҙа, Симкә, Яңы Петров, Сосновый бор, Яңы Биктимер, Иҫке Биктимер, Мансур, Луч утары инә. Биләмәлә 1312 кеше йәшәй, уларҙың 565-е — эшкә яраҡлы йәштә. Торлаҡ фондына 600 хужалыҡ инә.
Ошо ҙур дәүләт проекты нимәгә йүнәлтелгән? Агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса ҙур күләмле программа сиктәрендә лә ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереүгә пландарығыҙ бар ине.
Аҙаҡҡы программа башлыса ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә иҫәпләнгәйне. Ә ауыл халҡы унан ситтә ҡала ине. Яңы үҙ аллы программа ауыл территорияларын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән һәм халыҡтың йәшәйешенә, көнкүрешенә, социаль өлкәгә ҡағыла. Уның төп принцибы — нәҡ урындағы башланғыстар, ауыл халҡы дөйөм мәнфәғәт өсөн тәү сиратта нимәне эшләргә кәрәклеген үҙе хәл итә.
Дәүләт программаһы тарафынан ауылдарҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, кешеләр тыуған ерҙәренән ситкә китмәһен тигән маҡсат ҡуйыла. Ошо проблемалар һеҙҙә нисек хәл ителә?
Аңлатып китәм. Ауылды комплекслы үҫтереү — мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, юлдар төҙөү, эш урындары булдырыу һәм ҡала территориялары дәрәжәһенә тиклем ауыл халҡының килем күләмен күтәреү ул. Был дөйөм алғанда ауылда һәм ҡалала йәшәү кимәлен тигеҙләү тигән һүҙ. Программа сиктәрендә бер нисә проектка заявка ебәргәйнек, ләкин конкурс ҡаршылыҡтарын үтә алманыҡ. Башҡа проекттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. “Аныҡ эштәр” буйынса Питяков ауылында скважина ҡаҙыттыҡ һәм мәҙәниәт йортонда иҙәнде алмаштырҙыҡ, Яңы Биктимерҙә тулыһынса һыу үткәргесте яңырттыҡ, Бикмырҙала балалар баҡсаһында кәртәне алмаштырҙыҡ һәм мәҙәниәт йортонда ремонт үткәрҙек, Иҫке Петровта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәйкәл төҙөнөк. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса Питяков ауылында һыу үткәргес селтәрен ремонтланыҡ һәм балалар уйын майҙансығы төҙөнөк, Бикмырҙала юлды яңырттыҡ. Был эштәр барыһы ла ауыл халҡының һәм старосталарҙың әүҙем ҡатнашлығында башҡарылды.
Практика күрһәтеүенсә, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу — урындағы проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге, ауыл халҡының йәшәү сифатын күтәреү ул. 2022 йылға пландарығыҙ ниндәй?
Ауыл халҡы менән йыйылыш үткәрҙек һәм унда программала ҡатнашырға тигән ҡарарға килдек. Конкурстың төп этаптары һәм критерийҙары тураһында һөйләнек. Әлеге ваҡытта анкета үткәрәбеҙ һәм халыҡтан һорашабыҙ: тәү сиратта беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Юлдарҙымы, ауыл клубынмы, һыу үткәргесте ремонтларғамы? Йомғаҡлау йыйылышында һуңғы ҡарарға киләсәкбеҙ.
Ауыл үҫеше темаһы, әлбиттә, һанап бөткөһөҙ. Күп һөйләргә мөмкин. Ә урындағы үҙидара үҙе ауылда ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерә?
Тәү сиратта, финанс өлкәһендә. Һалым буйынса ауырлыҡтар бар. Власть яуаплылығы проблемаһы бар. Яуаплылыҡ ҙур. Урындағы үҙидараның үҙенең барлыҡ вәкәләттәрен тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлектәре һәм финанс ҡарарҙарҙа үҙ аллылығы булырға тейеш. Быға иртәме, һуңмы барыбер килербеҙ ул. Ауылдарҙы яҡлаһаҡ һәм һаҡлаһаҡ, беҙ халыҡты физик яҡтан да, мәҙәни-тарихи планда ла һаҡлайбыҙ, тип уйлайым.
Ольга Платонова.