Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
15 Декабрь 2021, 04:58

Тәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлай

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлайТәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлай
Тәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлай

Тиҙҙән Рассвет ауылында ла заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла.

 
Республикала халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән ваҡытында тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү һәм яңыртыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” (“Здравоохранение”) милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” федераль проектының мөһим йүнәлештәренең береһе.

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә ауылда ошо проект нигеҙендә яңы ФАП-тар асылды. Тиҙҙән Рассвет ауылында ла заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килә. Ошо көндәрҙә бында тәүге медицина ярҙамының модулле пунктын һала башланылар. Проект эште ҡышын да башҡарыу мөмкинлеген бирә. Киләһе этап – ФАП-ты инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу. Медицина пункты тәүге пациенттарын 2022 йылда, лицензия алғас, ҡабул итә башлар, тип күҙаллана.

Рассвет хакимиәте башлығы Дмитрий Карпов әйтеүенсә, ауылда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Әлеге медицина пункты заман талабына яуап бирмәй, унда сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге юҡ. Яңы ФАП тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Унда фельдшер кабинетынан тыш, шулай уҡ ҡаралыу, процедура бүлмәләре һәм башҡалар буласаҡ.

Район ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу артабан да дауам итә.

Фото: davlekanovo.bashkortostan.ru/presscenter/news/414888/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/193614

Автор:Лилия Давлетбакова

Тәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлай
Тәүге пациенттарҙы яңы йылда ҡабул итә башлай
Автор:
Читайте нас