

Өфөлә, “Төбәктәрҙең инфекция хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заман технологиялары. COVID-19: яңы саҡырыу” Бөтә Рәсәй медицина форумында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Сибай һәм Туймазы ҡалаларындағы ике инфекция госпитале төҙөлөшөнә старт бирҙе.
Был төҙөлөштәр тураһындағы ҡарарҙар ағымдағы йылдың октябрендә ҡабул ителгән. Тап ошо биләмәләрҙе һайлауҙары юҡҡа түгел: Өфөнән алыҫлыҡтары, төбәктә йәшәгән халыҡ һаны иҫәпкә алынған.
Һәр госпиталдең майҙаны туғыҙар мең квадрат метр буласаҡ. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау буйынса эштәр тамамланған. Төҙөлөш ике айҙан ашыу ваҡытҡа иҫәпләнгән.
Инфекция госпиталдәрендә, өлкәндәр өсөн бүлектәрҙән тыш, реанимациялау, интенсив терапия, ҡабул итеү-диагностика, дезинфекция, паталогоанатомия бүлектәре, экспресс-лаборатория, дарыухана, кислород станцияһы, үҙ дизель электростанцияһы, газ ҡаҙанлығы, вертолет майҙансығы буласаҡ.
Биналар модулле каркас технологиялар буйынса төҙөлә, улар ҡурай сәскәһе формаһында йыйыла. Был ҡоролмалар ярты быуат самаһы ҡулланыласаҡ.
Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов әйтеүенсә, республиканың көнбайыш райондары өсөн был госпиталь бик кәрәк, ә пандемия үткәс, заманса күп функциялы үҙәккә әйләнәсәк.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов иһә, пандемия башланғандан алып беҙҙең ҡала барлыҡ Урал аръяғы райондары пациенттарын ҡабул итә, тип белдерҙе. Яңы госпиталь иһә сирлеләрҙе заманса мөмикнлектәр менән дауаларға, меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
Ике госпиталдең һәр ҡайһыһында штат режимында 50 койка буласаҡ. Моноинфекциялар таралғанда (COVID-19 шул иҫәпкә инә) был һанды 200-гә еткереүҙәре ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда, 230 койка-урын булдырыла, улар 100 процент кислородҡа тоташтырыла.
Фото: Олег Яровиков.