Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 11:52

Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...

Шәхси өй төҙөү теләге менән янған граждандар ҙа калькуляторҙан файҙалана ала. Был хаҡта түбәндәге мәғлүмәтте уҡығыҙ. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...
Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...

Хәҙер республикала төҙөүселәр онлайн хеҙмәтләндереү ярҙамында объектты төҙөү өсөн ниндәй процедуралар үтеү кәрәклеген белә, проектлауҙан алып файҙаланыуға тапшырыуға тиклемге төҙөлөш ваҡытын иҫәпләй ала.

 – Хеҙмәтләндереү шулай ойошторолған, хатта төҙөүселәр бирелгән тәҡдимдәрҙең үҙенә ҡулайлыһын һайлай ала. Был иһә хаталаныу мөмкинлеген юҡҡа сығара, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Шәхси өй төҙөү теләге менән янған граждандар ҙа калькуляторҙан файҙалана ала.

- Төҙөлөш тармағы үҫеше сиктәрендә һанлаштырыуға етди иғтибар бүленә. Биләмәләрҙең комплекслы үҫеше өлкәһендәге етди мәсьәләләр бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу граждандарҙың тормошон уңайлыраҡ, инвестиция-төҙөлөш проекттарын асығыраҡ, файҙаланып булырлыҡ һәм һөҙөмтәле итә, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Был эш  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был ҡала мөхитен яҡшыртыу һәм уңайлы булмаған йәшәү шарттары теркәлгән тораҡтарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.

Фотo: www.olx.kz

Автор:Айһылыу Низамова

Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...
Өй төҙөгәндә кәрәк булыр...
Автор:
Читайте нас